Республика мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары араһында милли биҙәүестәр эшләү буйынса төбәк конкурсы үтә. Конкурс үҫмерҙәрҙең ижади потенциалын арттырыу, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу маҡсатында ойошторола. Ойоштороусыһы—Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкино ауылының урта белем биреү мәктәбе.
Ҡатнашыусылар өс йүнәлештә көс һынаша: «Башҡорт милли кейемендәге ҡурсаҡ», «Башҡорт милли биҙәүесен әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе», «Милли кейем тураһында фәнни-тикшереү хеҙмәте”.
Әле ойоштороусылар яҡынса 100 эш ҡабул итте. Конкурс һөҙөмтәләре 25 майҙа иғлан ителәсәк, эштәрҙе Башҡортостан Мәғәриф һәм фән министрлығының махсус баһалама комиссияһы тикшерә.