Яңылыҡтар
18 Май 2021, 16:48

Афарин, Солтановтар!

Аҡъяр ауылынан Әлфиә һәм Ринат Солтановтар “Ғаилә ҡиммәттәре-2021” күп балалы ғаиләләр фестивалендә ҡатнашып, еңеү менән ҡайтты. Солтановтар өс бала тәрбиәләй. Әлфиә Илшат ҡыҙы Хәйбулла районындағы Ғаилә хеҙмәтендә мәҙәни ойоштороусы, ә Ринат Рәшит улы Аҡъяр тау колледжында эшләй.

Ринат менән Әлфиә Солтановтар өс бала тәрбиәләй. Әлфиә Илшат ҡыҙы Хәйбулла районындағы Ғаилә хеҙмәтендә мәҙәни ойоштороусы, ә Ринат Рәшит улы Аҡъяр тау колледжында эшләй.
Республика кимәлендәге мәртәбәле сарала “Кадрҙа ғаилә” бәйгеһе сиктәрендә, унда ҡатнашҡан 100-ҙән ашыу ҡатнашыусылар араһында Хәйбулла районы ғаиләһе үҙҙәренең шөғөлө—умартасылыҡ тураһында видеоролик тәҡдим итеп, лайыҡлы еңеү яуланы.
Бәйге еңеүселәре өсөн сараны ойоштороусылар йәмле Нуриман районы буйынса тематик сәйәхәт әҙерләгән. Сәйәхәттең һәр этабы: ярыштар, оҫталыҡ кластары, экскурсияларҙы махсус төркөм камераға төшөрөп барып, “Ҙур ғаиләнең ҙур сәйәхәте” тип аталған тулы метражлы фильм эш һөҙөмтәһе булып торҙо.
Читайте нас