Яңылыҡтар
17 Май 2021, 06:55

УРМАНҒА БАРЫП ҠУЙМАҒЫҘ!

.

Айнур Акилов

Республиканың Урман хужалығы министрлығы, янғын ҡурҡынысы булғанлыҡтан, урманға кешеләргә инеп йөрөргә ярамай, тине. Хатта машина менән дә инергә рөхсәт юҡ.

15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында урманға барыу тыйыла.

Был янғын хәүефе үтә ҙур булыуы менән бәйле. Урмандарҙа махсус режим шарттарында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн кешеләргә 4-5 мең, ойошмаларға 300-500 мең һум штраф һалыуҙары ихтимал.

Быны етди тикшереп торалар. Янғын бигерәк йыш сыға шул. Һаҡ булығыҙ!
Читайте нас