Хәйбулла хәбәрҙәре
+4 °С
Облачно
ВКонтакте
Одноклассники
МАКС
Баш
Рус
Яңылыҡтар
17 Мая 2021, 05:22
IX «Мисс Республика - 2020/2021» матурлыҡ конкурсы еңеүселәре билдәле булды
-
Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә IX «Мисс Республика — 2020/2021» Төбәк матурлыҡ конкурсы финалы уҙҙы. Конкурста Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән 13 ҡыҙ ҡатнашты.
Һылыуҡайҙар ике бейеү, киске күлдәктәр күрһәтте, ике интеллектуаль тур үтте. Шулай уҡ конкурс барышында «Мисс Талант», «Мисс спорт» һәм «Мисс интеллект» этаптары ла ойошторолдо.
Быйыл ике еңеүсе һайланды (2020 йылда пандемия арҡаһында конкурс үткәрелмәгәйне). Еңеүселәр:
Мисс Республика — 2021 — Илүзә Иҫәндәүләтова. Ул Сибайҙа тыуған, 20 йәштә, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында уҡый.
Мисс Республика — 2020 — Өфөнән Альбина Шәйхелисламова. 22 йәштә, Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала, ковид-госпиталдә эшләй.
Йәйгеһен ҡыҙҙар халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге гүзәллек конкурстарында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
https://
www.bashinform.ru/news/1593486-v-ufe-nazvali-pobediteley-ix-regionalnogo-konkursa-krasoty-miss-respublika-2020-2021/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас
telegram
вк
дзен
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"