“Ғүмерелеккә Бабич булырға риза… Шулай ҙа…
Бабич… Хаҡ Тәғәлә тарафынан ирек һөйәр ҡәүем итеп яратылған башҡорт халҡының ғорурлығы ла, йәнен һулҡылдатҡан яраһы ла һин… Үлемеңә тотош быуат үткән… Шулай ҙа һәр башҡорттоң йөрәгендә ике тиҫтәне яңы аша атлап уҙған йәп-йәш, әммә ҡурҡыу белмәҫ ысын шәхес, күңел тәрәнлеге менән хайран иткән азатлыҡ йырсыһы булараҡ йәшәйһең әле һин…
Быйыл яҙ режиссер Булат Йосопов, Шәйехзада Бабичтың заты булған һоҡланғыс шәхес Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, билдәле ғалимә Гөлсәсәк Саламатоваларҙың һәм башҡа бик күп мәртәбәле замандаштарыбыҙҙың уртаҡ хеҙмәт емеше булараҡ Республика башлығы грантына төшөрөлгән “Бабич” фильмы донъя күрҙе. Шулай итеп, Өфө халҡына кинотеарҙарҙа башҡорт телендәге тәүге тулы метражлы тарихи фильмды ҡарау бәхете тейҙе. Әйткәндәй, фильм июнь айында Мәскәүҙә күрһәтелде. Йәйгеһен ул республикабыҙ ҡалалары һәм ауылдары, лагерь-йәйләүҙәр буйлап та йөрөтөләсәк. Ижади төркөм менән осрашыуҙар ҙа үтеп торасаҡ. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙҙең иғтибарығыҙға фильмда төп ролде башҡарған, Бабичтың үҙе булып йәшәп ҡараған актер Илгиз Таһиров менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
‒ Илгиз, кем ул һинең өсөн Бабич?
‒ Мин үҙем Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында тыуып үҫкәс, мәктәп йылдарында Бабич хаҡында аҙмы-күпме ишетеп кенә ҡалғылай инем. Йәшләй генә баҡыйлыҡҡа күскән башҡорт шағиры тип күҙ алдына килтерә инем уны. Шағирмы – шағир. Уны белеүем шул кимәлдә генә булғандыр ҙа хатта. Хәҙер, Бабичты тәрәндән өйрәнгәс, шиғырҙарын йөрәгем аша үткәргәс, уның ябай заттарҙан түгеллегенә инандым. Изге йән булған ул. Башҡорт халҡының да үҙ изгеләре бар бит: пәйғәмбәр тиергәме уларҙы, әүлиәме. Шул уҡ Урал батыр, Салауат Юлаев, Зәйнулла Рәсүлев, Мөжәүир хәҙрәт, Мифтахетдин Аҡмуллалар кеүек изге заттарҙан булған Бабич та. Ул
ғүмеренең ҡыҫҡа ғына булырын тойғандыр, күрәһең. Шуға ла ашҡынып йәшәгән.
– “Уҫал башҡорт” тиҙәр уны фильмдағы бер күренештә…
– Мин уны, киреһенсә, изге күңелле, оло йөрәкле, ғәҙел йән тип атар инем. Бабичтың халҡына булған мөхәббәте сикһеҙ. Уның шиғырҙарын күңелең аша үткәргәндә ошо тойғоноң ни тиклем тәрән булыуына ианаһың. Һәм бына ҡайҙа ул илһөйәрлек тип хайран ҡалаһың. Был, һис шикһеҙ, ихтирамға лайыҡ. Бер уйлаһаң, ул ғаилә ҡороп, тиҫтәләгән бала үҫтереп, берәй ауылда рәхәтләнеп йәшәп ятҡан да була алыр ине. Әммә Бабич ул юлды һайламған, үҙенең тап ошо боролошло мәлдә халҡына кәрәклеген аңлаған. Асыҡ күңелле, үткер телле булған ул. Уҫал тиеүҙәре шунандыр: ул һәр саҡ дөрөҫлөктө һөйләгән, тураһын әйтеүҙән ҡурҡмаған. Шуға ла уны халыҡ араһында ихтирам иткәндәрҙер, тип уйлайым.
– Фильмда төшөр өсөн һиңә Мәҙәниәт министрлығынан эштән китергә тура килгән тип ишеткәйнем…
– Эйе, шулай булды. Башта ныҡ ҡына уйландым. Актер булараҡ беләм: ниндәйҙер ролгә баш-көлләй сумайым тиһәң, көнө-төнө шул образ менән йәшәү, башҡа мәшәҡәттәрҙе ситкәрәк ҡуйып тороу кәрәк. Айырыуса Бабич кеүек тәрән күңелле шәхесте уйнау өсөн етди әҙерлек талап ителә ине. Шуға ла Мәҙәниәт министрлығынан китергә тура килде. Ә инде съемкалар тамамланғас, мин йәнә тыуған коллективымда – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эш башланым. Был фильм мине яңынан актер һөнәренә алып ҡайтты.
– Етди әҙерлек талап ителә, тинең. Был ролде иджад итеүгә нисегерәк әҙерләндең?
– Мәҙәниәт министрлығынан киткәс, бер ай самаһы ял итеп алдым. Ял тигәнем фильмға әҙерлек булды инде. Уйланыуҙар, эҙләнеүҙәр менән үтте ул. Тарихи документтар барланым, фольклорсы-ғалим Әхмәт ағай Сәләймәнов, тарихсы Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа шәхестәр менән аралаштым. Төрлө ижади шәхестәр, атап әйткәндә, Гете, Есенин, Моцарт хаҡында фильмдарҙы, шул осорҙо сағылдырған башҡа төрлө картиналарҙы ла ҡарап сыҡтым. Бабичтың ижад донъяһына сумдым. Геройымды мин шиғырҙарынан эҙләнем. Уларҙы йәрәгем аша үткәргән мәлдәге
кисерештәрем хаҡында уйландым. Яңылышмаҫҡа, алдашмаҫҡа теләнем. Эҙләнеүҙәр, нигеҙҙә, үҙем менән аралашыуға ҡоролдо. Бабичты пафослы итеп күрһәтергә теләмәнем. Бик күп яҡшылыҡтар ҡылырға һәләтле ғәҙәти, ябай кеше тип ҡабул иттем уны.
Шуныһын биләдәләп үткем килә: Таңсулпан Даһи ҡыҙының ярҙамы ҙур булды. Ул миндә ошо ролде ижад итә алыуыма ышаныс уятты. Үҙе лә минең булдыра алыуыма шикләнмәй ине.
Ә инде съемкаларға килгәндә, бында театрҙағы кеүек репетициялар юҡ, барыһы ла эш барышында тормошҡа ашырыла. Унда ҡайһы көндә нимәләр эшләнергә тейешлеге сәғәте-минуты менән тиерлек алдан билдәләп ҡуйыла. Кино төшөрөү барышын аңлап бөтмәгәс, тәүге көндә бер аҙ хафаланып алырға тура килде. Бабичтың шәкерттәргә таныҡлыҡ тапшырған мәлдә мәҙрәсәгә һуңлап килеүен төшөргән сәхнә ине ул. Шунда ун дүрт дубль эшләргә тура килде. Хисле кеше булараҡ, башта ғәйеп миндәлер тип борсола башланым. Һуңынан, эш процессына төшөнә башлағас, яҡтылыҡтың тейешенсә булмауы йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында ла ҡабат-ҡабат дублдәр эшләнелеүен аңланым. Аҙаҡ иһә шул тиклем ролгә инеп киттем. Бабич һымаҡ дәртле, хисле булып йөрөй башланым. Мин, ысынлап та, 60 көн дауамында Бабич булып йәшәнем. Ә съемкалар тамамланғас, күңелдә бушлыҡ барлыҡҡа килде. Шуныһы оҡшаны, Булат Йосопов бер кемгә лә баҫым яһамай. Уның йәштәр менән эшләү тәжрибәһе барлығы күренеп тора. Үҙен тыныс тота. Шул уҡ ваҡытта талапсан да була белә. Килеп тороп үҙе йор һүҙле, юморға бай. Уның үҙен дә Бабичҡа оҡшаттым хатта. Тағы ла шуныһы һәйбәт ине. Актерҙарҙың һәммәһе лә таныш. Араларында курсташтарым да бар. Шуға ла беҙгә бер-беребеҙҙе аңлап эшләү еңел бирелде.
– Ә нимә ауырыраҡ бирелде?
– Съемкалар алдынан икеләнеүҙәр тыуып-тыуып ҡуйҙы. Быға тиклем Бабич хаҡында фильм төшөргәндәре юҡ бит әле. Халыҡ минең йөҙөмдә ошо бөйөк шәхесте күҙ алдына баҫтырырға тейеш. Һәм һуңынан, бәлки, яңы фильм да төшөрөрҙәр. Нисек кенә булмаһын, башҡалар ижад иткән Бабичты һәр ваҡыт мин тыуҙырған образ менән сағыштырасаҡтар бит. Етмәһә, Бабич минән ун йәшкә йәшерәк. Килеп сығырмы, булдыра алырмынмы-юҡмы тигән икеләнеүҙәр йонсотто, әлбиттә. Әммә ҡурҡыу түгел, ә иңемдә ни тиклем ҙур
яуаплылыҡ ятыуын аңлау ине был. Шулай ҙа, тора-бара был икеләнеүҙәр юҡҡа сыҡты. Миңә эш процессы оҡшап китте. Бабич булып йәшәгән көндәремде әле лә һағынып иҫкә алам.
– Бабич ролен ижад иткәндә шул замандың шауҡымын тоя алдыңмы?
– Эйе, тоя алдым. Шул осорҙо һынландырған кинолар ҡарап үҫтем бит мин. Ул заманға ҡарата айырыуса мөхәббәт йәшәй миндә. Хатта шундай бер фильмда төшөргә ине тигән хыялым да бар ине. Холҡом, күңелем, фиғелем менән үҙем дә шул дәүер кешеһемендер ул. Мин бит романтик. Егет саҡта ла клубта киске уйындарҙа гитара ҡылдарын тартам, янымда ҡыҙҙар йыйылып китә ине. Ҡыҙҙарға ҡарата мөнәсәбәтем дә ябай ғына түгел, интеллигенттарса, романтиктарса, саф ине. Ниндәйҙер алама уйҙар уйлау ҡайҙа ти инде?! Айлы төндә етәкләшеп үтеүҙән дә кинәнес табаһың. Хәҙер ҙә бар ундай егеттәр. Хисле, дәртле, намыҫлы… Әммә ул ваҡытта барыбер тойғолар нисектер икенсерәк, юғарыраҡ булған.
– Һин, моғайын, ш иғырҙар ҙа яҙғанһыңдыр әле?
– Мәктәп йылдарында шиғырҙарҙы рус телендә яҙа инем. Әммә үҫмер саҡтағы шиғырҙарым тупланған дәфтәремде бер ҡайтҡанымда ниңәлер утҡа яҡтым. Хәҙер шуның өсөн үкенәм бына.
– Был фильмда бөтәһенән бигерәк һине нимә тетрәндерҙе?
– Бабичтың шиғырҙары тетрәндерҙе. Уларҙы уҡығанда ниндәйҙер бер икенсе донъяға инеп китәһең. Әҙәрҙәренең энергетикаһын, илаһи көсөн тояһың. Ул да шиғырҙарын һөйләгәндә мин кисергәндәрҙе кисерҙеме икән тип уйланаһың. “Башҡорт халҡына көйлө хитап”, “Йөрөгән саҡта башҡорт туғайҙарын” тигән шиғырҙарын күңел һалып уҡып ҡарағыҙ әле. Гүйә, ул күрҙәлек ҡылған. 100 йыл үткән, әммә ул, әйтерһең дә, тап бөгөнгө ваҡиғаларҙы күҙ уңында тотҡан.
– Фильмды уҡыусы балалар нисек ҡабул итте?
– Фильмды алты йәштән өлкән балалар ҡарай ала тип билдәләнек. Бәлки, был йәштә ундай етди әйберҙәр ҡарау иртәрәктер ҙә. Әммә ни тиклем иртәрәк, шул тиклем яҡшыраҡ, беҙҙеңсә. Балалар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Билдәле, күптәр ваҡиғалар айышына төшөнөп
тә бөтмәгәндер. Уның ҡарауы, күп атай-әсәйҙәр фильмдан һуң балаларының үҙҙәренә бихисап һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүен белдерҙе. Эйе, улар фильмдан ҙур һорау менән сыҡты. Һәм был һорауҙарға яуапты тормош дауамында табасаҡтар әле. Әйткәндәй, фильмда ике улым – Азамат менән Алмас та ҡатнашты.
– Фильм ҡайһы тирәлә төшөрөлдө?
– Күпселек сәхнәләр Булат Йосповтың Черниковка биҫтәһендәге павильонында төшөрөлдө. Декорациялар йәһәтенән рәссам Рөстәм Баймөхәмәтовтың командаһы ҙур эш атҡарып сыҡты.
Съемкалар барышында Өфөнән ситкәрәк тә сығырға тура килде, әлбиттә. Әммә алыҫҡа китеп йөрөргә ваҡыт та, матди мөмкинлектәр ҙә самалы ине. Ҡаҙаҡ далаларын Шишмә районының Келәш ауылы эргәһендә төшөрҙөк. Алмағастар сәхнәһе өсөн дә шул уҡ райондың питомнигын һайланыҡ. Һуғыш менән бәйле сәхнәләр – Миловка ҡасабаһы тирәһендә, ҡыҙҙар йылғала кер йыуған сәхнә Мелькомбинат янында төшөрөлдө. Фильмды ҡарағанда иғтибар иткәнһегеҙҙер, Мәжит Ғафури, Ленин музейҙарында ла съемкалар үтте. Өфөнөң Гоголь урамында бик матур бер иҫке йорт таптыҡ. Сәрүәргә бәйле күренештәр шул йортта төшөрөлдө.
– Фильмдан һуң һиндә нимәлер үҙгәрҙеме?
– Бәлки, үҙгәргәндер. Әйтеп үттем инде, был фильм мине сәнғәткә, яратҡан актер һөнәренә кире ҡайтырҙы. Яңы кисерештәр тыуҙы. Үҙемдең кәрәклегемде тойҙом. Ҡайһы берҙә, мин ниндәй артист булайым инде, тигән икеләнеүҙәр ҙә тыуа бит ул. Һәр һөнәр кешеһе менән дә була торған хәлдер был. Ә Бабич һис тә шикләнмәгән. “Әлмисаҡтан шағирһың” тигән ул үҙенә. Тәғәйенләнешен белгән. Шулай итеп, был фильм миңә лә үҙ тәғәйенләнешемде нығыраҡ тойорға булышлыҡ итте.
Әйткәндәй, кино төшөрөүгә бәйле эҙләнеүҙәр мәлендә, тарихи документтарҙан үҙемдең туғанымды таптым. Шул осорҙоң күренекле шәхестәренең береһе Нуриәғзәм Таһиров миңә туған тейешле булып сыҡты. Ошо хәлдән һуң шәжәрәмде өйрәнеп йөрөйөм бына.
– Шәжәрә тигәндәй, ғаиләң хаҡында ла һөйләп үт әле?
– Хоҙайға шөкөр, ғаиләмдән, туғандарҙан уңдым. Ҡатыным – Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы ҡыҙы. Ике ул үҫтерәбеҙ. Хәйбулланы ла, Арғаяшты ла яҡын күреп ҡайтып йөрөйбеҙ. Ҡәйнәм мине үҙ улы кеүек ҡабул итһә, әсәйем киленен үҙ ҡыҙы кеүек күрә. Үкенескә күрә, атайым бер ай самаһы элек мәрхүм булып ҡалды. Ул фильмды күрә алманы инде.
Мин, ғөмүмән, ауыл тормошон үҙ итәм. Балаларымдың ауылға ҡайтып йөрөр мөмкинлектәре булыуға ҡыуанып бөтә алмайым. Ауыл тормошо тыуған илгә мөхәббәт тәрбиәләй бит ул. Ауылдарҙа теләһә ниндәй шаҡы-шоҡоға алданмаған ысын кешеләр йәшәйҙер, тигән фекерҙәмен хатта.
– Ә ниндәйерәк атай һин, Илгиз?
– Атай кеше ҡатыраҡ, талапсан булырға тейеш. Малайҙарҙы артыҡ иркәләтергә ярамай тип иҫәпләйем. Биш-алты йәшкә тиклем һөйәһең инде. Әммә иркәләп яратыуҙар әсәй тарафынан башҡарылырға тейеш. Ә аталары уларҙы ысын ир булараҡ тәрбиәләргә бурыслы. Үҙ миҫалы менән, әлбиттә.
– Кинола тағы ла ниндәйерәк ролдәрҙе башҡарырға теләр инең?
– Кинола төшөргә теләк ҙур. Үҙемде, башлыса романтик ролдәрҙә күрәләр. Мин ғүмерлеккә Бабич булырға риза, әлбиттә. Шулай ҙа башҡа пландағы ролдәрҙә лә мөмкинлегемде һынап ҡарарға теләр инем.
– Әңгәмәне йомғаҡлап нимәләр әйтерһең?
– Фильм яңы ғына булып үтте. Әммә күптәр уны һағынырға ла өлгөрҙө. Башҡорт кинематографияһында ҙур аҙым булды ул. Йөрәк менән эшләнгән, оҙаҡ уйланылған, эҙләнелгән, шымартылған әйбер. Ижади төркөмдөң күптән көткән уртаҡ балаһы тип иҫәпләйем мин уны. Әлегә берҙән-бер балаһы. Әммә тарихыбыҙ бай, шәхестәребеҙ күп. Улар хаҡында фильмдар төшөрөлөр әле тигән фекерҙәмен. Ә инде фильмдың әһәмиәте тураһында һүҙ йөрөткәндә, күптәрҙән: “Үҙ мәлендә сыҡҡан фильм был”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килде. Сөнки бөгөн илһөйәрлек төшөнсәһе юҡ кимәлендә. Йәштәрҙең әле – бер, әле икенсе яҡҡа һуғылып үҙ ҡиблаһын эҙләгән мәле. Эҙләнеү насар нәмә түгел, шунһыҙ үҫеш тә, үҙгәреш тә юҡ, шулай ҙа һис ҡасан
да үҙеңдең ниндәй милләт вәкиле булыуыңды, халҡыңдың тарихын белеп, тамырҙарыңа тоғро ҡалыу зарур.
Гөлшат ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.