Яңылыҡтар
17 Май 2021, 05:20

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе хәүефле ҡояш тураһында иҫкәрттеләр

-

Башҡортостан биләмәһендә ультрафиолет нурланышының юғары индексы көтөлә. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд мәғлүмәттәре буйынса, 6-7 күрһәткесен хәүефле ҡояш тип атарға мөмкин.
«Был иһә һиҙелерлек индекс, көн уртаһында ҡояшта йөрөргә кәңәш ителмәй. Оҙон еңле кейем йәки сомбреро кейергә кәрәк», — тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы синоптикка һылтанма менән.
Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостандың көньяҡ райондарында айырыуса хәүефле ультрафиолет нурланыш фаразлана.
Читайте нас