Яңылыҡтар
17 Май 2021, 07:06

Ҡазандағы фажиғәнән һуң Башҡортостан хөкүмәтендә яҡланмаған мәктәпле ҡалаларҙы атанылар

-

Уҙған аҙнала Башҡортостанда Ҡазандағы ҡот осҡос фажиғәнән - 175 -се гимназияның элекке уҡыусыһы Илназ Ғәләүиев атыш ойошторғандан һуң мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте һәм яҡланғанлыҡты тикшереү үткәрелде. Унда туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлдө, тағы 18-е яраланды.

"Әлеге көндә тулыһынса яҡланмаған мәктәптәрҙең күпселеге - Стәрлетамаҡта һәм Салауатта. Тап ошо райондарҙа нығыраҡ контролгә алырға кәрәк", - тине Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров.

Билдәләнеүенсә, республикала белем усаҡтарының 60% ғына Росгвардия һаҡлай.

Мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, Росгвардия идаралығы объекттарҙы техник һаҡлауға тарифтарҙы өс тапҡырға арттырған. Хәҙер бюджет сығымдары йыл һайын 141 миллион һум тәшкил итә.

Сығанаҡ: КП-Уфа
Башкортостаным/яңылыҡтар
Читайте нас