Яңылыҡтар
16 Май 2021, 15:20

Велосипедтарҙа сәйәхәткә сыҡтыҡ

Вәлит ауылында балалар тәбиғәт ҡосағында ял итеп ҡайтты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар тыуған яҡ матурлығын күреп, мәктәптән тыш аралашыуҙан ҡәнәғәт ҡалды. Төрлө уйындар һәм ярыштар менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәне.

Вәлит ауыл клубы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, майҙың йәмле көнөндә балалар менән берлектә тәбиғәткә сәйәхәткә сыҡҡандар.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар тур һыҙатын бик еңел үтә. Туп менән уйындар, төрлө ярыштар, шиғыр һөйләү һәм дәртле йырҙар менән ваҡыттың үткәне лә һиҙелмәй.
Поход онотолмаҫ тәьҫорттар ғына ҡалдырҙы.
Фото һәм мәғлүмәт:
Читайте нас