Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә илдәге кеүек, Башҡортостанда ла ВИЧ-инфекциялы кешеләр һаны арта.
Быйылғы йыл башынан республикала 488 сирле асыҡланған. Хәйбулла районында 2020 йылдың 31 декабренә ҡарата 80 ВИЧ-инфекциялы кеше иҫәпкә ҡуйылған, уларҙың 42-һе ҡатын-ҡыҙ. 2020 йылда тағы ла 8 яңы осраҡ теркәлгән. Ә 2021 йылдың 3 айында ғына 7 сирле асыҡланған, уларҙың 5-һе ир-ат, 2-се ҡатын-ҡыҙ.
Әткәндәй, быуат сире менән яфаланғандар араһында йәш кешеләр генә түгел. ВИЧ “ҡартая”, сөнки анализдары ыңғай күрһәткәндәр араһында 40 йәштән алып 60 йәшкә тиклемгеләр ҙә бар.