Яңылыҡтар
15 Май 2021, 19:00

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы, Үҫәргән участка урмансылығында 35 йылдан ашыу урман ҡараусы булып эшләгән, Вәзәм ауылынан Рәхмәтулла Мусин иҫтәлегенә Хәтер аллеяһы булдырылды.

Ул районда берҙән-бер ошо юғары исемгә лайыҡ булған шәхес. Аллеяны булдырыу Хәйбулла районы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең инициативаһы булды һәм бер гектарҙан ашыу ерҙә меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы, Хәйбулла районы урман хужалығы Үҫәргән участка урмансылығында 35 йылдан ашыу урман ҡараусы булып эшләгән, Вәзәм ауылында ғүмер кисергән, мәрхүм Рәхмәтулла Ниғәмәт улы Мусин иҫтәлегенә Хәтер аллеяһы булдырылды.
Ул районда берҙән-бер ошо юғары исемгә лайыҡ булған шәхес булып тора. Аллеяны булдырыу Хәйбулла районы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең инициативаһы булды һәм бер гектарҙан ашыу ерҙә меңдән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Был сараға урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренән тыш район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары В.В.Рәхмәтов һәм И.У.Әхмәтов, Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Шайтан-тау заказнигы хеҙмәткәрҙәре, Вәзәм ауылы клубы етәксеһе Г.Г.Сурина етәкселегендә Вәзәм ауылының йәш әртистәре һәм Рәхмәтулла Ниғәмәт улының балалары, ейәндәре, кейәуҙәре лә килде.
Сарала ҡатнашыусылар эшләнгән эштән ҡәнәғәт булып, киләсәктә ултыртылған үҫентеләрҙе даими ҡарап торорға тип һөйләшеп таралыштылар.

Ултыртылған үҫентеләр киләсәктә тыуған тәбиғәтебеҙгә йәм өҫтәп, урман булып шаулап үҫеп китһен.
Читайте нас