Яңылыҡтар
15 Май 2021, 17:15

Мәсеткә нигеҙ ташы һалынды

Петропавловка ауылы халҡы был ваҡиғаны бер йыл ғына көтмәне. Ауыл халҡының күңелендә һәр ваҡыт ислам ҡанундары буйынса йәшәрбеҙ, намаҙға баҫырбыҙ тигән өмөт менән йәшәне. Һәм бына, ниһайәт, әһәмиәтле көн етте -- мәсеткә нигеҙ ташы һалынды. Тантаналы сарала район һәм ауыл биләмәһе вәкилдәре, дин әһелдәре, диндарҙар, ауыл халҡы ҡатнашты. Иман йорто “Башҡорт баҡыры” сәнәғәт предприятиеһының бағымсылыҡ ярҙамы һәм халыҡтан йыйылған иғәнәләр иҫәбенә төҙөләсәк.

Мәсет - ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге.
Дин - ул нәсихәт. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйыу ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ.
Фото:
Читайте нас