Яңылыҡтар
15 Май 2021, 16:51

Ебәк күбәләгенең зыяны күп

Республиканың биш муниципалитетында, шул иҫәптән Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш режим индерелде. Уның сәбәбе—күп зыян килтереүсе ебәк күбәләге. Ошоға бәйле иғтибарлы булығыҙ: яҡын арала урман фонды ерҙәре химикаттар менән эшкәртеләсәк. Ошо осорҙа халыҡтың урманға сығыуы, мал көтөү, дарыу үләндәре йыйыу, умарталар ҡуйыу тыйыла. Эшкәртеләсәк ерҙәр графигы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк. Шулай уҡ район гәзитендә лә тулы материал баҫтырыла.Республиканың биш муниципалитетында, шул иҫәптән Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш режим индерелде. Уның сәбәбе—күп зыян килтереүсе ебәк күбәләге. Ошоға бәйле иғтибарлы булығыҙ: яҡын арала урман фонды ерҙәре химикаттар менән эшкәртеләсәк. Ошо осорҙа халыҡтың урманға сығыуы, мал көтөү, дарыу үләндәре йыйыу, умарталар ҡуйыу тыйыла. Эшкәртеләсәк ерҙәр графигы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк. Шулай уҡ район гәзитендә лә тулы материал баҫтырыла.

Республиканың биш муниципалитетында, шул иҫәптән Хәйбулла районында ғәҙәттән тыш режим индерелде.
Уның сәбәбе—күп зыян килтереүсе ебәк күбәләге. Ошоға бәйле иғтибарлы булығыҙ: яҡын арала урман фонды ерҙәре химикаттар менән эшкәртеләсәк. Ошо осорҙа халыҡтың урманға сығыуы, мал көтөү, дарыу үләндәре йыйыу, умарталар ҡуйыу тыйыла. Эшкәртеләсәк ерҙәр графигы тураһында өҫтәмә мәғлүмәт биреләсәк. Шулай уҡ район гәзитендә лә тулы материал баҫтырыла.
Ебәк күбәләге – киң таралған ағыулы ҡоротҡос, уның ҡарышлауыҡтары бөтә төшлө емеш культураларын, айырыуса алма һәм сливаны, шулай уҡ имән, ҡайын, тал, энәлек, сәтләүек ағастарын һәм башҡа япраҡлы ағас төрҙәренә зыян килтерә. Уларҙың килеп сығыуына ҡыштың йылы тороуы булышлыҡ итте, йомортҡа эсендә ҡышлаусы ҡарышлауыҡтар 35 градустан түбән температура булған осраҡта ғына һәләк була.
Ағастар бөрөләнгән ваҡытта был ҡоротҡостар тәүҙә япраҡтарҙы селтәрләп ашай, һуңынан тотош юҡ итә. Бигерәк тә төндә әүҙемләшәләр. Ҡарышлауыҡтарҙың күпләп үрсегән осоронда емеш ағастарының үҫеше тотҡарлана, уңдырышлылығы һәм ҡышҡа сыҙамлылығы кәмей.
Читайте нас