Файза инәйҙе ҡотларға тип, Хәйбулла районы ветерандар ойошмаһы етәксеһе Рыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Аллағолова, #"Алтын_быуын" социаль хеҙмәтләндереү үҙәге етәксеһе Рәүфә Хөсәйен ҡыҙы Арыҫланова, ауыл хакимиәте башлығы Б.И.Илбәков һәм мәктәп коллективы исеменән И.Р.Ҡаҙаҡбаев килделәр.
Рыҫбикә Рәхимйән ҡыҙы Файза инәйгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан һәм Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов исеменән ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
Файза Файзрахман ҡыҙы 1926 йылдың май айында Аҡъегет ауылында тыуған. Бала сағы, йәшлек йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Аталары һуғыштан ҡайтмай. Ул үҙе лә - тыл хеҙмәте ветераны.
Иңдәренә күп ауырлыҡтар төшһә лә, бер ҡасан да бирешмәй ул. Тормош иптәше Хәмитйән олатай менән лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләйҙәр.
Бөгөн Файза инәй балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре хөрмәтендә, улы Мансур һәм килене Әҡлимә менән Ғәлиәхмәт ауылында ғүмер итә.
Файза Файзрахман ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ!