Ә Владимир Мединский, Максим Орешкин. Андрей Фурсенко, Любовь Духанина урынбаҫарҙары буласаҡ. “Нетология-групп” холдингына нигеҙ һалған һәм “Фоксфорд” белем биреүсе онлайн-сервисын булдырған, шулай уҡ “Рәсәй Лидерҙары. Сәйәсәт” конкурсы еңеүсеһе Максим Древаль “Белем” Рәсәй йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәғәйенләнде.
Март айында Максим Древаль Советтар Союзы тәжрибәләре һәм традицияларына таянып, заманса һәм технологик белем платформаһын булдырыу тәҡдимен индергәйне. Владимир Путин идеяны хупланы һәм уны заманса эшләтеп ебәреү кәрәклеге хаҡында ла әйтте.