Яңылыҡтар
14 Май 2021, 18:41

Аҡъярҙа –“Музейҙар төнө”

Бөгөн эштән һуң, киске һилдә район үҙәгендә яңғыраған йыр-моң, күңелле тауыштарҙар күптәр бәлки аптырап ҡалғандыр. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында традицияға әүрелгән “Музейҙар төнө”сараһы ойошторолдо. Ысынлап та, балалар халыҡ уйындарынан, район фольклор төркөмдәре концертынан, ҡул эштәренә маһирҙарҙың күргәҙмә-йәрминкәһенән һәм оҫталыҡ кластарынан бында барыһы ла шау-гөр килде.Төнгө ун икегә тиклем барҙы күңелле сара һәм ритайымға дәртле бейеүҙәр менән тамамланды. Мәҙәни сарала музейҙағы экспонаттарҙы үҙ ҡулдарың менән тотоп ҡарарға, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға була, килеүселәр менән дә аралашырға мөмкин ине.

Бөгөн эштән һуң, киске һилдә район үҙәгендә яңғыраған йыр-моң, күңелле тауыштарҙар күптәр бәлки аптырап ҡалғандыр. Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында традицияға әүрелгән “Музейҙар төнө”сараһы ойошторолдо.
Ысынлап та, балалар халыҡ уйындарынан, район фольклор төркөмдәре концертынан, ҡул эштәренә маһирҙарҙың күргәҙмә-йәрминкәһенән һәм оҫталыҡ кластарынан бында барыһы ла шау-гөр килде.Төнгө ун икегә тиклем барҙы күңелле сара һәм ритайымға дәртле бейеүҙәр менән тамамланды. Мәҙәни сарала музейҙағы экспонаттарҙы үҙ ҡулдарың менән тотоп ҡарарға, төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға була, килеүселәр менән дә аралашырға мөмкин ине.
Әйткәндәй, хәйбуллалар “Музейҙар төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына 8-се тапҡыр ҡушылды. Ул Халыҡ-ара музейҙар көнө сиктәрендә ойошторолдо.
Фото:
Читайте нас