Яңылыҡтар
14 Мая 2021, 18:13

Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар

Ҡазан ҡалаһындағы фажиғә һәр беребеҙҙе уйланырға мәжбүр итте. “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында пропуск режимын ҡәтғиләштереү һәм антитеррористик яҡтан хәүефһеҙлек булдырыу буйынса әңгәмә үткәрелде

Ҡазан ҡалаһындағы фажиғә һәр беребеҙҙе уйланырға мәжбүр итте. “Шатлыҡ” балалар баҡсаһының “Бәйләнештә” төркөмөндәге мәғлүмәт буйынса бөгөн мәктәпкәсә учреждиениела пропуск режимын ҡәтғиләштереү һәм антитеррористик хәүефһеҙлек булдырыу буйынса әңгәмә үткәрелгән.
Әңгәмәне Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса бүлегенең балиғ булмағандар эше буйынса инспектор Нурия Солтанғужина үткәргән.
Шула уҡ етди һөйләшеү ваҡытында хоҡуҡ боҙған өсөн балиғ булмағандарға административ һәм енәйәт яуаплылығы тураһындағы мәсьәләләр яҡтыртылған.
Фото:
Читайте нас