Мәмбәт ауылы күп функциялы клубының төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, өмәгә ауыл ҡатын - ҡыҙҙары, ир - егеттәр, уҡыусылар йыйылған. Алыҫ ара тип тормай башҡа ауылдарҙан килеп етеүселәр ҙә бар. Мәҫәлән, Буребай ауылынан Әхмәтова Рүзәлиә ҡыҙы менән изге эшкә ҡушылған.