Яңылыҡтар
13 Май 2021, 18:54

Интернетта тик яҡшы мәғлүмәт кенә алып булмай, унда "ҡараһы" ла етерлек

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют бүлегендә “Интернет селтәрендә хәүефһеҙлектең алтын ҡағиҙәләре тураһында” тип аталған фәһемле дәрес үтте#Юго_восточный_центрСемья #социальныйприютАкьяр #безопасныйинтернет

Интернет тормошобоҙҙо бөтөнләйе менән солғап алды, тиһәк тә хата булмаҫ, моғайын. Виртуаль донъяла ғына хәлдәрҙе белешәбеҙ, хат яҙышабыҙ, фото һәм видео менән бүлешәбеҙ, танышабыҙ, төрлө түләүҙәрҙе башҡарабыҙ, музыка тыңлайбыҙ һәм башҡалар. Хәҙер йәше - ҡарты ошо глобаль интернет донъяһында "йәшәй". Ләкин тәү ҡарашҡа хәүефһеҙ күренгән интернет селтәренең зыяны ла ҙур.
Балаларға бөтә донъя селтәрендә шикле сайттар, вирус, спам тураһында мәғлүмәт бирелде.
Балалар интернет мутсыларҙың "ауына" эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә кәрәклеге, шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләргә еткермәү тураһында белде.
Читайте нас