Бөгөн көтөп алған изге Рамаҙан айы тамалана. Ураҙаның һуңғы көнөн оҙатып, Хәйбулла мосолмандары Аҡъяр ауылының “Жәмиғ” мәсетенә йыйылды һәм бергәләп намаҙ ҡылды. Бер уңайҙан улар район халҡының саҙаҡалары иҫәбенә ремонтланған уҡыу бүлмәләре менән танышты, артабан барыһы ла ашханаға ифтарға саҡырылды. Бөйөк байрамыбыҙ һәр ғаиләгә шатлыҡ һәм ҡыуаныстар алып килһен!