Яңылыҡтар
12 Май 2021, 07:56

Данлыҡлы яҡташыбыҙға таҡтаташ ҡуйылды

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәйбулла районының Почетлы гражданы Эдуард Смирнов йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.Уның тормош юлы илебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнештә үткән. Совет иленең тәүге көндәрендә яҡты донъяға килеп, СССР дәүерен үткәреп, Рәсәй Федерацияһының тәүге аҙымдарындағы ваҡиғаларҙың тере шаһиты булып йәшәргә тура килде уға. Эдуард Смирновтың һикәлтәле тормош юлы иыуған көнөнән алып, ғүмер буйы тигәндәй, ауыр, ҡатмарлы шарттарҙа үткән. Күрәһең яҙмыш ҡушыуы уға ҡарата шулай булғандыр.Әйҙәгеҙ, Эдуард Смирновтың тормош юлына байҡау яһайыҡ.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Хәйбулла районының Почетлы гражданы, ауыл хужалығының алдынғы хеҙмәткәре, күкрәге тулы хәрби ордендар, миҙалдар эйәһе Эдуард Смирновтың йортона мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Уның тормош юлы илебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнештә үткән. Совет иленең тәүге көндәрендә яҡты донъяға килеп, СССР дәүерен үткәреп, Рәсәй Федерацияһының тәүге аҙымдарындағы ваҡиғаларҙың тере шаһиты булып йәшәргә тура килде уға. Эдуард Смирновтың һикәлтәле тормош юлы иыуған көнөнән алып, ғүмер буйы тигәндәй, ауыр, ҡатмарлы шарттарҙа үткән. Күрәһең яҙмыш ҡушыуы уға ҡарата шулай булғандыр.
Әйҙәгеҙ, Эдуард Смирновтың тормош юлына байҡау яһайыҡ. Борон-борондан ғәҙәт буйынса башҡорттар йәш бала-сағанан: “Һин кем улы булаһың әле?”, - тип һорағандар. Беҙҙең Эдуардтың (ул бала саҡтан башҡортса һыу кеүек тап-таҙа һөйләшкән) атаһы сығышы менән Вологда өлкәһендә тыуып үҫкән рус милләтенән Дмитрий Васильевич булған. Үгәй әсәһе менән уртаҡ тел таба алмағас, 15 йәшлек Дима атай йортон ташлап, Петербург ҡалаһында эшкә урынлаша. Октябрь революцияһын ихлас ҡаршылай, ҡыҙыл армеецтар сафына инә. Эдуардтың әсәһе – Вера Андреевна Садовская. Ул Белоруссия ауылдарының береһендә урыҫлашҡан поляктар ғаиләһендә тыуа.
Уҙған быуаттың 20-се йылдарында йәш совет хөкүмәтенең ҡайһы бер төбәктәрендә граждандар һуғышы һаман дауам итә. С. М. Буденный етәкләгән легендар атлы армияһына составындағы комбриг Муса Мортазиндың ҡул аҫтындағы башҡорт кавалеристары урта Азиялағы баҫмасылар хәрәкәтен туҡтатыу өсөн Төркөстан фронтына ебәрелә. Бында башҡорт ҡыҙыл һыбайлылар эскадронының командиры булып ҡыйыу, сос ҡыҙылармеец Дмитрий Васильевич хеҙмәт итә. Порганзастава тирәһендәге дошмандар менән йыш ҡына булып торған тынғыһыҙ бәрелештәр, алыштар барышында бик сибәр ҡыҙҙы – ҡыйыу шәфҡәт туташы Вераны осрата Дмитрий. Ҡыҙыҡай яралы һалдаттарҙы медицина ярҙамы палаткаһында ғына көтөп ултырмай, бәрелеш барған урынға барып, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яралы һалдаттарҙы тынысыраҡ урынға күсереп йөрөүен күреп ҡала эскадрон командиры. Йәштәр араһында мөхәббәт уты ҡабына.
Вера Садовскаяның да ошо яҡтарҙа барған граждандар һуғышы будкаһына килеп эләгеү тарихы ла яҙмыш ҡушыуы һөҙөмтәһендә килеп сыға. 1912 йылда Вераның атаһы ла, әсәһе лә үләләр. Ете йәшлек үкһеҙ етем ҡыҙ баланы Гродно ҡалаһында йәшәүсе прогрессив ҡарашлы отставкалағы батша армияһы офицеры, дворянин ғаиләһенә тәрбиәгә алалар. Вераны үҙҙәренең ҡыҙы кеүек күреп, яҡшы тәрбиә бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яҡшы кешеләрҙең исем-шәрифтәре бөгөнгө көндә билдәһеҙ. Илдә революцион сыуалыштар башланғас, Вераның опекуны нейтраль позицияла булып, ҡыҙылдар яғында ла, аҡтар яғында ла булмай. Әммә уны һәр ике яҡтан эҙәрлекләй башлағастар, ул ғаиләһе һәм Вераны ла алып Сәмәрҡәнд ҡалаһына күсеп килә. Унда ла уға тыныслыҡ бирмәйҙәр. Тауҙарҙа йәшенеп, йәшәргә мәжбүр була ул. Вера уға аҙыҡ-түлек ташый. Бына шундай ҡатмарлы шарттарҙа шәфҡәт туташы сифатында ҡыҙыл ғәсҡәрҙәр араһына юлыға. Дмитрий менән Вера Сәмәрҡәнд ҡалаһында никахҡа инәләр. Йыш-йыш булып торған борсоуҙар, походтар, дошмандар менән бәрелештәр һөҙөмтәһендә йә Үзбәкстан, йә Төркмәнстан ҡалаларында, ауылдарында ваҡытлыса йәшәргә, урындан-урынға һәр ваҡыт күсенеп йөрөргә мәжбүр булалар.
Шундай шарттарҙа 1926 йылдың март айында Төркмәнстандың Ташауз ҡалаһында Смирновтарҙың улы тыуа. Уға Эдуард тип исем бирәләр. Йәш ғаилә өсөн ҙур шатлыҡ була. Әммә шатлыҡлы көндәр оҙаҡҡа бармай. Басмасшылар менән булған бер бәрелештә ҡыҙыл атлылар эскадроны командиры Дмитрий Смирнов һәләк була. Командир ярҙамсыһы Низаметдин Бохарбаевтың Аҡъярға ҡайтҡас, ауылдаштарына һөйләүенә ҡарағанда (миңә был турала Рәсих Бохарбаев тигән кеше һөйләгәйне) эш былай булған. Көпә-көндөҙ көтмәгәндә бер төркөм һыбайлы басмасшылар ҡыҙылдарҙың погранзаставаһына һөжүм итәләр. Быға тиклем басмасшылар көндөҙгө ваҡыттарҙа ҡыҙылдарға күренә һалмағандар. Ғәжәпкә ҡалған ҡыҙыл кавалеристар тревога буйынса йәһәт кенә басмасшылар төркөмөн эҙәрләкләй башлағандар. Ә тегеләр өс яҡтан тауҙар менән уратылып алынған тарлауыҡҡа табан ҡасҡандар ҙа, барып етеү менән үрмәләп тау башына менеп киткәндәр. Ә тау башында бик күп һанда басмасшылар мылтыҡтарын тоҫҡап, ҡыҙылдарҙы көтөп ятҡандар. Ҡыҙылдарға һөжүмгә күсергә позиция бик уңайһыҙ, тауға ҡарап атырға ҡояш күҙҙе ныҡ сағылдыра. Дошмандар ҡояш яҡтыһын арттарына ҡуйып ятып атҡас, тау битләүендәгеләр уларға асыҡ күренә. Ҡыҙылдар был ерҙән сигенәләр. Бер нисә кавалерист һәм командир Дмитрий Смирнов ошо алышт һәләк була. Эдуардҡа был көндө бер йәш тулған көн булған. Яҙмыш һин сабыймы, аҡһаҡалмы ҡарап тормай, ауыр хәлдә юлыҡтыра.
Смирнов эскадронында башҡорттар хеҙмәт иткән. Улар командирҙы ла, шәфҡәт туташы Вераны ихтирам иткәндәр. Улар кәңәшләшеп, фекер алышып, Вера менән улын ҡурсаулауҙа командир Смирновтың ярҙамсыһы Низаметдин Хөснөтдин улы Бохарбаевҡа йөкмәткәндәр һәм тол ҡалған Вераны Низаметдинға кейәүгә сығырға өгөтләйҙәр.
Граждандар һуғышы тамамланғас, Низаметдин Бохарбаев ғаиләһе менән Аҡъярға ҡайтып төшә. Низаметдиндың туғандары Вераны, Эдурдты ихлас күңелдән ҡабул итәләр. Вераның башҡортса һөйләшеүенә хайран ҡалалар. Баҡтиһәң, башҡорт кавалеристары һәм Низаметдин уға башҡортса һөйләшергә өйрәткән икән. Тиҙҙән Вера мосолман динен ҡабул итә. Ауыл муллаһы уға Венера тип исем бирә. Әммә шул осроҙағы малайҙар өсөн ул беҙгә Вера инәй ине. Вафат булғас мосолман зыяратында ерләйҙәр.
1929 йылда уларҙың улдары тыуа. Ул бала Аҡъярҙың абруйлы кешеһе Айрат Низаметдин улы Бохарбаев. Ағалы-ҡустылы Эдуард менән Айрат үҙ-ара татыу булып үҫәләр.
Низаметдин менән Вера ҡыуанып ҡына йәшәй башлағайнылар ҙа ул, был тыныслыҡты Гитлер баҫҡынсылары боҙа.
Низаметдин ҡулын тағы ла ҡорал тотоп, ил һаҡларға китә. 1941 йылда Аҡъяр мәктәбенең 8-се класын тамамлаған, 15 йәшлек үҫмер Эдуард Хәйбулла МТС-на тракторсы булып эшкә төшә. Фронтҡа киткәнгә тиклем тракторсылар бриагдаһын етәкләй. 1943 йылдың ноябрь айында 18 йәше тулыр-тулмаҫ үҙ теләге менән әрмегә алына. Зирәк егетте уҡсылар полкына артиллерист һөнәренә уҡырға ебәрәләр. 1944 йылдың октябрь айынан башлап, һуғыштың аҙағына тиклем 1-се Украина фронты йәш яугир Эдуард Смирнов наводчик-артиреллист дәрәжәһендә һуғышта ҡатнаша. Бер-нисә мәртәбә ҡаты яралана, контузияға дусар була. Әсәйе Вера Андреевнаның тыуған төйәге, бала саҡта йәшәгән ере Белоруссияла баған ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Австрия, Венгрия, Германия территорияларындағы ҡаты һуғышта ҡатнаша. Әйткәндәй, ҡустыһы Айрат һуғыштан һуңғы осорҙа Эдуард һуғышҡан, Әсәһенең тыуған иле Белорусияла танкист булып әрмелә хеҙмәт итә.
Германия менән һуғыш тамамланғас, Эдуард Смирнов ата-әсәһенең йәшәгән, үҙе тыуған ҡалала, атаһы һәләк блған урында булырға тура килеп, биш йыл Самарҡанд ҡалаһында хеҙмәт итә. Ете йыл илде һаҡлап, 1950 йылда һалдат күкрәк тулы орден-миҙалдар тағып, Аҡъярға ҡайтып төшә.
Эдуардтың фиҙаҡәр хеҙмәт юлы башлана. Фрунзе исемле колхозында тракторсылар бригадаһын етәкләй, механик булып эшләй, колхоз рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Райондың “Селхозтекника” берекмәһендә механик, оҫтахана мөдире һәм башҡа эштәрҙә эшләй. Хеҙмәт ветерандарының һөйләүенсә, Эдуард Смирнов ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, эште урынына еткереп, намыҫ менән тырышып башҡарған.
1955, 1957 йылдарҙа ауыл хужалығы өлкәһендәге юғары өлгәштәре өсөн ул Башҡортостан делегацияһы төркөмөндә ике тапҡыр Мәскәү ҡалаһындағы ВДНХ-лағы күргәҙмәлә ҡатнаша. Тырыш хеҙмәте өсөн 1957 йылда Ленин ордны һәм РСФСР юғары Советы Президиумының Почетлы грамотаһы менән бүләкләнә. 1984 йылда хеҙмәт фронтында күрһәткән уңыштары өсөн район КПСС-ның бюроһы һәм район советының башҡарма комитеты тарафынан беренселәрҙән булып, райондың атҡаҙанған сиҙәмсеһе һәм райондың почетлы гражданы исемле юғары исемдәр бирелә.
Эдуард Смирнов исемен мәңгеләштереү кәрәк һәм ул уға лайыҡ кеше. Заманалар ҙа үҙгәрә, яңы заң тыуа. Киләсәк быуын үҙенең танылған ата-балалары тураһында хабәрҙәр булырға тейеш.
Айҙар Ҡоҙабаев.
Аҡъяр ауылы.
Читайте нас