Яңылыҡтар
12 Май 2021, 13:52

14 май - уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө

Башҡортостан Мәғариф министрлығы республика мәктәптәрендә 14 майҙы, 1-8-се, 10-сы класс уҡыусылары өсөн ял көнө тип иғлан итте.Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 9-сы һәм 11-се кластарға был ҡағылмай.

Мәғариф министрлығы 14 майҙы уҡыусылар өсөн өҫтәмә ял көнө тип иғлан итте.
Ведомство республика мәктәптәренә йома, 14 майҙы, 1-8-се, 10-сы класс уҡыусылары өсөн ял көнө итергә тигән тәҡдим индерҙе.
Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, 9-сы һәм 11-се кластар өсөн дәрестәр теҙмәһенә ярашлы белем биреү процесы ойошторола.
Өҫтәмә ял көнөн мәғариф объекттарын террорға ҡаршы тороу талаптарына тап килеү йәһәтенән комплекслы тикшереү өсөн файҙаланырға кәрәк, тиелә Мәғариф министрлығы документында.
Читайте нас