Яңылыҡтар
11 Май 2021, 16:20

Тормошта бер-береңә изгелек ҡылып, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәү һәр саҡ мөһим

Аҡъяр ауылынан Рәйсә Кәиповаға ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Былтыр йыл аҙағында Рәйсә Әхмәт ҡыҙының йорто тулыһынса янды. Ошоға тиклем һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышҡан ҡатын бөгөн үҙе ярҙамға мохтаж.8-937-478-22-99 (Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Кәипова) телефоны буйынса Сбербанк картаһына аҡса күсерергә мөмкин.

Аҡъяр ауылынан Рәйсә Кәиповаға һәр кем ярҙам ҡулы һуҙа ала. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, Рәйсә апай 8 йыл элек яман шеш ауырыуы менән сирләй башлай. Былтыр йыл аҙағында тағы ла оло бәлә һағалай: 70 квадрат метр майҙанлы йорто тулыһынса янып юҡҡа сыға. Һыуыҡтарға тиклем террторияны таҙартып, яңы йорт нигеҙен һалып өлгөрәләр. Бының өсөн хакимиәт тарафынан бүленгән аҡсаны файҙаланалар. Ирекмәндәр, эшҡыуарҙар ярҙам ҡулы һуҙа. Туғандары һәм дуҫтары ла ситтә ҡалмай.
Рәйсә Әхмәт ҡыҙы ғүмер буйы сауҙа өлкәһендә эшләне. Ул Рәсәйҙең почетлы доноры. Күптәргә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙа. Әле ул үҙе ярҙамға мохтаж. Хәҙер яңы йорт төҙөргә кәрәк. Был еңел булмаған осорҙа һәр кем ҡулынан килгән тиклем ярҙам ҡулы һуҙа ала.
8-937-478-22-99 (Рәйсә Әхмәт ҡыҙы Кәипова) телефоны буйынса Сбербанк картаһына аҡса күсерергә мөмкин.
Читайте нас