Яңылыҡтар
11 Май 2021, 11:59

Сәсеү эштәре бөтә хужалыҡтарҙа ла йылдам дауам итә

Традицион культураларҙан тыш, районда быйыл беренсе тапҡыр 200 гектар майҙан ерҙә рапс, 180 га сафлор, 470 га сәсеүлек шипкәне (озимый рыжик) һәм 100 гектар ярауай шипкән сәселә. Быйыл беренсе тапҡыр шулай уҡ йөҙ гектар майҙан ерҙә сенажға кукуруз культураһы сәселәсәк. Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл тағы ла 3000 гектар майҙан ерҙә көнбағыш сәсеү ҡаралған.

Ауыл хужалығы тармағында мөһим эштәрҙең иң тығыны, ҡыҫҡа ваҡыт талап иткәне — яҙғы сәсеү.
Тейешле кимәлдә әҙерләнеп тә, һауа шарттары булышлыҡ итмәһә, был яуаплы кампанияны уңышлы атҡарып сығыу мөмкин түгел. Быйыл тәбиғәт шарттары аграрийҙарға ыңғай йүнәлештә. Әле улар һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп, сыуаҡ көндәрҙе тулыһынса файҙаланып ҡалырға тырыша. Сәсеү эштәре бөтә хужалыҡтарҙа ла йылдам дауам итә.
Традицион культураларҙан тыш, районда быйыл беренсе тапҡыр 200 гектар майҙан ерҙә рапс, 180 га сафлор, 470 га сәсеүлек шипкәне (озимый рыжик) һәм 100 гектар ярауай шипкән сәселә. Быйыл беренсе тапҡыр шулай уҡ йөҙ гектар майҙан ерҙә сенажға кукуруз культураһы сәселәсәк. Уҙған йылдарҙан айырмалы рәүештә быйыл тағы ла 3000 гектар майҙан ерҙә көнбағыш сәсеү ҡаралған.

фотоларҙа Урал Таймасовтың крәҫтиән –фермер хужалығында барған сәсеү эштәре
Мәғлүмәт һәм фото муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһенән алынды
Читайте нас