Ауыл янындағы обелиск тәртипкә килтерелде, уның территорияһында сүп-сар йыйылды. Бынан тыш, һәйкәд янында күп йыллыҡ сәскәләр ултыртылды, ҡарағайҙарға ла һыу ҡойҙолар.
Һәр ауылдың йөҙөн уның халҡы, ауылдың йәмлегеге биҙәй. Татыр-Үҙәк ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә билдәләнеүенсә, переволочандар ҙа йәмле яҙ айының бер көнөндә дәррәү генә экологик өмәгә сыҡҡан.