Яңылыҡтар
11 Май 2021, 08:17

Ҡазанда - ҙур фажиғә

Ҡорал тотҡан ике егет мәктәпкә килеп ингән дә атыш ойошторған. Ҡорбандар бар...

11 майҙа Ҡазан мәктәбендә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике кеше атыш ойошторған. Уларҙың береһе – 19 йәшлек егет, уны тотҡандар. Ҡорал тотҡан егет мәктәпкә килеп ингән дә ут асҡан.
Кәмендә 11 кеше һәләк булған, уларҙың күпселеге – балалар, дүртәүһе дауаханаға оҙатылған.
Мәктәптә тағы бер ҡораллы кеше аманаттарҙы өсөнсө ҡаттағы ябыҡ бүлмәлә тота, тигән мәғлүмәттәр бар.
Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре, хоҡуҡ һаҡлаусылар, Татарстан прокуроры Илдус Нафиҡов юлланған.
Telegram-канал мәғлүмәттәренә ярашлы, балалар тәҙрәнән һикергән. Бина ҡамап алынған. Көс структуралары штрумға әҙерләнә. Ҡорбандарҙың тағы ла күберәк булыуы ихтимал, тип хәбәр ителә.
Читайте нас