Ниһайәт, барыбыҙ өсөн дә яҡшы танышҡа әүерелгән бер йәшлек Арыҫландың ата-әсәһе Израилгә барыу өсөн рөхсәт алды. Республика халҡы сабыйға операция яһатыуға берҙәм рәүештә ете миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы.
Был күңелһеҙ ваҡиғаны Башҡортостан халҡы яҡшы хәтерләй. Бына нисәмә ай буйы сабыйҙың хәлен күҙәтәбеҙ, һаулығы өсөн борсолабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш айлыҡ балаға дарыу урынына яңылыш марганцовка эсереп, малай бәләгә тарығайны. Тумбочка өҫтөндәге дарыу менән марганцовканы ҡараңғыла абайлап ҡарамау сәбәпле баланың ауыҙ ҡыуышлығындағы лайлалы тиресә, тамағы бешкән, уға операция яһарға тура килгән. Малай тын алһын өсөн табиптар трахеостома ҡуя. Аҙаҡ Израилдә операция яһатыу өсөн кеше бәләһенә битараф булмағандар Арыҫлан исеменә аҡса күсерә башлай. Тик пандемия был ниәтте ошоғаса тотҡарлап килде. Ниһайәт, рөхсәт алынды! Арыҫланға һәм уның ата-әсәһенә уңышлы сәфәр теләйбеҙ!