

Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡаһарманлығы менән бер рәттән тылдағы көрәште лә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ауылда аслыҡ, юҡлыҡ, яланғаслыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға фронтты туйындырырға, кейендерергә лә, колхоз-совхоздарҙа ла тир түгергә тура килгән. Һуғыш осоронда күргән михнәттәрҙе, ауырлыҡтарҙы кисергәндәр "Беҙ күргәнде һеҙгә күрергә яҙмаһын, донъялар тыныс торһон", тип йыш ҡабатлайҙар. Ошондай изге теләктәр менән Үрнәк ауылында йәшәүсе тыл хеҙмәтсәне Аралбаева Зәйтүнә Әйүп ҡыҙы ла 76-сы Еңеү яҙын ауылдаштары менән бергә ҡаршыланы.
Үрнәк ауылы мәҙәниәт йорто