Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдары бөгөнгө быуын кешеләренә генә түгел, киләсәк өсөн дә һабаҡ ул. Уны һәр саҡ күҙ уңында тоторға, яугирҙарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа, яуҙа ятып ҡалған ир-егеттәргә, тылда фиҙакәр хеҙмәт иткәндәргә беҙ мәңге рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Вәлит ауылында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған митинг барышында мәктәп уҡыусыларына ауылдаштарының ҡаһарманлығын, яу юлын һүрәтләгән Мәрйәм Яҡупованың «Дөрләһен хәтер усағы» китабы тапшырылды.