Яңылыҡтар
10 Май 2021, 02:48

Мәңге бурыслыбыҙ уларға!

Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фажиғәле көндәре йылдан-йыл алыҫлаша. Әммә яу ҡырҙарында 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан илебеҙ халҡы уны иҫенән сығарғаны юҡ. Бүребай ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө ҙур байрамға әүерелде. Ауыл халҡы тантаналы митингҡа ҡанлы һуғышта ҡатнашҡан туғандарының фотоһын тотоп килде, һәйкәлгә сәскәләр һалып, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Ошо уҡ көндө мәҙәниәт йортонда тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары өсөн Башҡорт академия драма театры артистары тарафынан «Шәмсетдин һәм Шәмсура» спектакле ҡуйылды.

Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фажиғәле көндәре йылдан-йыл алыҫлаша. Әммә яу ҡырҙарында 27 миллиондан ашыу кешеһен юғалтҡан илебеҙ халҡы уны иҫенән сығарғаны юҡ. Бүребай ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө ҙур байрамға әүерелде. Тантаналы митингҡа ауыл халҡы ҡанлы һуғышта ҡатнашҡан туғандарының фотоһын тотоп килде, һәр береһе һәйкәлгә сәскәләр һалып, яу ҡырында һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Ошо уҡ көндө мәҙәниәт йортонда тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары өсөн Башҡорт академия драма театры артистары тарафынан «Шәмсетдин һәм Шәмсура» спектакле ҡуйылды.
Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты
Читайте нас