Әбүбәкер ауылында Бөйөк Еңеү көнө ҙур байрамға әүерелде. Сара “Үлемһеҙ полк” парады менән башланды, бында 250-гә яҡын кеше ҡатнашты. Тантаналы митинг барышында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар һәм һәйкәлгә сәскәләр һалдылар. Байрам сараһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Был көндө һәр кем һалдат бутҡаһынан ауыҙ итә алды. Артабан ауыл халҡы өсөн спорт уйындары уҙғарылды. Мәргәндәр яндан уҡ атыуҙа ярышһа, етеҙҙәр аралыҡҡа йүгереүҙә көс һынашты. Бәйгеләрҙә йәмғеһе 80-гә яҡын кеше ҡатнашты.