Еләк мул уңыш бирһен өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәк? Еләкте ниндәй ашлама менән туҡландырырға була? Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова ошо хаҡта ентекләберәк һөйләй.
– Еләктең уңышы мул булһын өсөн ауырыуһыҙ һәм һау үҫенте ултыртмайынса, нимәгәлер өмөт итеп булмай. Һатып алғанда бер йыллыҡ үҫентегә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уның һауытҡа ултыртылған булыуы мөһим. Тамыры 5 сантиметр самаһы, көслө булһын, япраҡтары өсәүҙән кәм булмаһын.
Элиталы сорттар һәйбәт уңыш бирәсәк. Баҙарҙан үҫенте алырға кәңәш итмәҫ инем. Питомниктарҙа үҫентеләрҙе июнь аҙағынан һата башлайҙар. Үҙегеҙҙең ихатала үҫкән еләкте үрсетәм тиһәгеҙ, был осраҡта үҫентеләргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк.
Еләкте ултыртыуҙы авгусҡа планлаштырығыҙ. Урыны ҡояшлы, көньяҡ-көнсығышҡа ҡарап торорға тейеш. Ерҙең әселеге лә ҙур әһәмиәткә эйә. Көл өҫтәлгән йәки урмандан килтерелгән ерҙе еләк яратасаҡ. Ултыртҡанда үҫентенең тамыры оҙон булһа, уны киҫергә кәрәк.
Ултыртҡандан һуң түтәлгә һәйбәт итеп һыу ҡойоғоҙ. Махсус ашламалар индереү ҙә ҡамасауламаҫ. Өҫтөн ҡаплап ҡуйғанда, еләк һәйбәтерәк күтәрелер. Яңы үҫентеләрҙең “мыйыҡтарын” даими рәүештә киҫеп торорға кәрәк, – тип һөйләй Айһылыу.
Тағы ла белгес еләк яратҡан ашламаларҙы билдәләне: 30 грамм мочевинаны 10 литр һыуҙа иретеп һибегеҙ. Ултыртыр алдынан соҡорҙарға бер биҙрә ер, тиреҫ, ике стакан һалып буталған ашламаны һалығыҙ.