Яңылыҡтар
10 Май 2021, 03:45

Аҡьярҙа "Һалдат һәйкәле" асылды

Бөйөк Еңеү көнөндә Хәйбулла районы хакимиәте бинаһы янында тантаналы рәүештә "Һалдат һәйкәле"н асылды. Был сара уңайынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтованың үҙе яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостанда республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән башланған "Атайсал" проекты киң ҡолас ала бара. Был башланғыстың асылы - һәр кем үҙенең тыуып үҫкән төбәгенә, ауылына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә ала. Ошондай исем аҫтында махсус портал асылып, әле унда йөҙҙән ашыу проект тормошҡа ашырылған.

Хәйбулла районынан “Атайсал" порталында ике проект теркәлде. Уларҙың береһе район үҙәгендә “Һалдат һәйкәле” проекты булһа, икенсеһе – Таштуғай ауылында ҡоҙоҡто тәртипкә килтереү.
Бөйөк Еңеү көнөндә Хәйбулла районы хакимиәте бинаһы янында тантаналы рәүештә "Һалдат һәйкәле"н асылды. Был сара уңайынан район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтованың үҙе яҙған шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
Бөгөн Акьярҙа һәйкәл асыла...


Ҡайттым тиеп Хәйбуллама

Тораһыңмы ҡыуанып?

Башың осона күтәреп

Дошман ҡырған ҡоралың.


Атлап ҡайттыңмы, осопмо

Аҡ ярлы ауылыңа?

Бик ҡәнәғәт күренәһең

Ҡарағанда һыныңа.


Әсәйең дә күптән юҡ шул,

Балаларың тыумаған.

Көтәм тип ҡалған йәрең дә

Тал таяҡҡа таянған.


Беҙ бында Еңеү туйлайбыҙ

Етмеш алтынсы тапҡыр.

Уны бит һин яулағанһың,

Беҙгә ҡушыл һуң, батыр.


Ләкин беҙгә һин төшмәҫһең

Тыпырҙатып бейергә.

Һин ҡайтҡанһың торор өсөн

Мәңгелеккә бер ерҙә.


Ҡайтҡанһың хәтер хаҡына

Яҡташ һалдат һынында.

Белһендәр тип ил тарихын,

Үҫә торған быуындар.


Урының - ауыл уртаһы,

Көн дә беҙҙе сәләмлә!

Саҡыр беҙҙе ҙур эштәргә,

Тыныслыҡ Ерҙә телә!
Фото: Роза Рәсембәтова.
Автор: Карима Усманова

Читайте нас