Быҙаулыҡ ауылында Бөйөк Еңеү көнө уңайынан байрам саралары үтте. Ватаны өсөн һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн тантаналы митингҡа күп ауылдаштар йыйылды. Улар ошо тыныслыҡты бүләк ингәндәргә баш эйеп, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәленә сәскәләр һалды. Һамар ауыл хакимиәте башлығы Р.Ф.Кәримов, урындағы ветерандар советы рәйесе З.Ш.Таулыҡаева Ватаныбыҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен биргәндәрҙе, үҙ-үҙен аямай тылда эшләгәндәрҙе, һуғыштан һуң илде күтәргәндәрҙе һәм бөгөнгө көндә арабыҙҙа булмағандарҙы иҫкә алды. Митингтан һуң сарала ҡатнашыусылар һалдат бутҡаһын ауыҙ иттеләр.