Вәзәм һәм Сик ауылдарының бер төркөм әүҙем ир-егеттәре ярҙамы менән Үҫәргән урман хужалығы инспекторы Ғаян Сурин етәкселегендә "Шайтантау" заказнигының 6 гектар биләмәһенә ҡарағай үҫентеләре ултыртылды. Сарала 20-нән ашыу кеше ҡатнашты. Тәбиғәтте һаҡлауҙа, тергеҙеүгә үҙ өлөшөн индергән ир-егеттәрҙең хеҙмәте тик маҡтауға лайыҡ!
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, 23 апрелдән 23 майға тиклем урмандарҙы тергеҙеү саралары ойошторола. Унда ҡатнашырға теләгәндәр республиканың Урман хужалығы министрлығына, шулай уҡ “Йәшел Башҡортостан” йәмәғәт ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала.