Бөйөк Еңеү көнө байрамы алдынан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре традиция буйынса Татыр-Үҙәк, Әлибай һәм Өфө ауылдарында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындарына барҙылар. Һуғыш осоро һәм унан һуңғы йылдарҙағы ауырлыҡтар, илде тергеҙеү бурысы, балаларҙы һәм ейән-ейәнсәрҙәрҙе аяҡҡа баҫтырыу уларҙың иңенә төшә. Хәҙер тол ҡатындарҙың иң йәшенә 90 йәштән ашыу. «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре уларҙың һәр береһенә барып, хәл белешеп, бүләктәр тапшырҙы. Бынан тыш Петропавловка ауылында йәшәгән һуғыш осоро балаларына хеҙмәткәрҙәр аҙыҡ-түлек йыйылмаларын бүләк итте.