Ғәлиәхмәт ауылында мәктәп уҡыусылары менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары һәйкәле тәртипкә килтерелде. Бындай өмәләр йыл да үтә, халыҡ Тыуған иле өсөн яуға күтәрелгән батырҙарҙы онотмай, һәйкәлде тәртиптә һәм бөхтәлектә тота. Ә бындай сараларҙа балаларҙың ҡатнашыуы, уларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү - бигерәк тә ҡыуаныслы.