Яңылыҡтар
8 Май 2021, 04:29

Бушлай уҡырға саҡыралар

Уҡыу тамамланғас, үҙегеҙ һайлаған программа буйынса квалификация тураһында документ тапшырыла. Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта.

“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты сиктәрендә һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу ойошторола.
Уҡыу тамамланғас, һайланған программа буйынса квалификация тураһында документ тапшырыла.
Һеҙҙең эш тәжрибәһе һәм йәшегеҙ мөһим түгел! Иң мөһиме – белем алырға һәм эшләргә теләк булыу.


Кемдәр бушлай уҡый ала?
  • эш эҙләгән һәм мәшғүллек хеҙмәте органдарына мөрәжәғәт иткән граждандар, шул иҫәптән эшһеҙҙәр;
  • 50 йәш һәм унан өлкәнерәктәр;
  • пенсия алды йәшендәгеләр;
  • 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса декрет отпускында булған ҡатын-ҡыҙҙар;
  • хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булмаған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар.

  • Уҡыу программаларының тулы исемлеге менән ошо проектта https://workedu-rb.bitrix24.site анкета тултырғанда танышырға була. Был сайтта анкета тултырғандан һуң, Өфө дәүләт нефть-техник университетының белешмә үҙәге хеҙмәткәрҙәре граждан менән бәйләнешкә инә.
    Читайте нас