Бөйөк байрамыбыҙ – Еңеү көнөн билдәләү сиктәрендә «Георгий таҫмаһы» бөтә Рәсәй акцияһы дауам итә. «Нур» йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы активистары Аҡъяр урамдарына, йәмәғәт урындарына сығып, үтеп барыусыларға таҫмалар таратты. Был билдәне тағып йөрөү илһөйәрлек һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алыу символы булып тора.
Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты — «бер нәмәгә ҡарамаҫтан яңы быуынға, кем һәм ниндәй хаҡ менән кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һуғышта еңеү яулағанын, кемдең вариҫтары булып ҡалабыҙ, нимә менән һәм кем менән ғорурланырға тейешбеҙ, кемде иҫләргә тейешбеҙ икәнде оноттормаҫҡа».