Бөгөн Аҡъяр ауылының спорт мәктәбендә милли көрәш буйынса “Дала батыры” республика бәйгеһе үтте. Ул яҡташыбыҙ, билдәле көрәшсе, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Ғаззали Ғимаҙетдин улы Үтәшев иҫтәлегенә арналды.
Майҙанға Хәйбулланан тыш Өфө ҡалаһынан, Ауырғазы, Баймаҡ, Дәүләкән, Мәләүез, Федоровка райондарынан 67 көрәшсе сыҡты.