Патриотик акция онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарылды. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынды.