Күптән түгел Польшала донъя шашкаһы коронаһы хужабикәһе, яҡташыбыҙ, данлыҡлы башҡорт спортсыһы Тамара Танһыҡҡужина менән ошо исемгә дәғүә итеүсе, Польша шашкасыһы Наталья Садовская араһында көсөргәнешле матч булды.
Был спорт сараһы туғыҙ раундтан торҙо. Уларҙың һәр береһендә 12-шәр мәрәй уйналды. Башта иҫәп Польша спортсыһы файҙаһына булды. Ә матч еңеүсеһе 54-тән ашыу мәрәй тупларға тейеш ине.
Донъя коронаһына ярыш 3 майҙа тамамланды. Башҡорт ҡыҙы халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды! Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға бирешмәне яҡташыбыҙ! Киреһенсә, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы! Беҙ ошондай мәртәбәле спортсыбыҙ булыуы менән ғорурланабыҙ. Ул йәнә Рәсәй һәм Башҡортостан исемен барлыҡ ҡитғаларға яңғыратты.
5 май таңында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, шашка буйынса донъя чемпионы исеменә Рәсәй исеменән сығыш яһаған Тамара Танһыҡҡужинаны ғаиләһе, дуҫтары, шашкасылар, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡаршыланы.
Башҡортостаныбыҙ данын тотош донъяға таратҡан спортсыға беҙ, журналистар, һорауҙарыбыҙҙы бирҙек, оло еңеү яулауы айҡанлы тәбрикләнек. Әйткәндәй, арҙаҡлы спортсы “Башҡортостан” гәзитенә үҙенең ҡултамғаһы ҡуйылған китапты бүләк итте.
– Тамара Михайловна, матчтың дүртенсе раундында WADA (Бөтә донъя допингка ҡаршы агентлығы) хөсөтө арҡаһында уйын өҫтәленән Рәсәй флагын алғайнылар...
– Был матч тормошомдағы феноменаль хәлгә әүерелде. Барыһының да нимәнән башланғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙҙер. Башта еңелгәйнем һәм тағы дүртенсе турҙа нимә булғанлығы хаҡында ла хәбәрҙарһығыҙ: өҫтәлемдәге Рәсәй флагын алдылар. Ә артабан хәлдәр төштө хәтерләтте. Барыһы ла тәртиптә кеүек ине, беҙ уйнайбыҙ, флагтар бар... Уны алдылар, ә мин, өҫтәүенә, был көндө еңелеп барам... Хәлемде аңлата ла алмайым, кем шашка уйнай, улар аңлай мине.
Икенсе көндө миллионлаған кешенең, шашкасы булғандарҙың да, булмағандарҙың да, ғөмүмән, спорт һөйөүселәрҙең, видеоны ҡарағанлығы хаҡында белдем. Рәсәй етәкселеге лә илебеҙ символын алыу эпизодына үҙ фекерен белдерҙе.
Артабан матчтағы барыһы ла намыҫ эшенә әйләнде. Мотлаҡ яҡшы уйнарға, еңергә кәрәк, башҡаса мөмкин түгел, юғиһә оят булыр ине. Флагыбыҙ менән шулай ҡыландылар, тағы еңелһәк... Дөйөм алғанда, ошо ваҡытта инстаграмда ла, ватсапта ла үҙем менән бергә эшләгәндәрҙән, таныштарҙан терәк-таяныс һүҙҙәре яуа башланы. Шулай итеп, бик ауыр матч булды. Наталья Садовская иһә выжданлы эш атҡарҙы. Ҡаршы яҡ команда шунда уҡ был ҡарарҙың үҙҙәренеке түгел икәнлеге хаҡында белдерҙе. Был өҫтә торған кешеләрҙең ныҡлап әйтеүе, тинеләр. Улар ҙа миңә теләктәшлек билдәһе итеп флагын өҫтәлдән алды.
Бишенсе турҙа иһә ныҡлап уйнай башланым. Әгәр унда ла ошолай тырышмаһам, бөтөнләй яҡшылап уйнай алмаҫ инем. Ни тиһәң дә, раундтар үткән һайын арыу арта, үҙ көсөңә ышаныс кәмей. Һуңғы партияла еңдем һәм ул (Наталья Садовская – А.Н.) бер ҡайҙа ла китмәй тип уйланым (көлә – А.Н.). Хәлдең бөтөнләй икенсегә әйләнгәнлеген аңланым: ул ышанысын юғалтты. Ошо ваҡытта ирем дә шылтыратып: “Һин еңерһең, моғайын”, – тине. Мин иһә: “Әйҙә, был хаҡта ваҡытынан алда һөйләшмәйек”, – тип яуап бирҙем. Шулай булды ла. Был матч шәп һәм ҡабатланмаҫлыҡ хәлгә әйләнде.
– Ошондай сетерекле ваҡытта һеҙгә нимә барлыҡ көсөгөҙҙө туплап, ныҡлап уйнарға булышлыҡ итте?
– Ҙур тәжрибәлер тип уйлайым. Йыш ҡына бына ошондай хәлдәрҙә тап ул еңергә ярҙам итә. Өҫтәүенә, бындай ваҡиғаларға алдан иҫәп тоторға, әҙерләнергә кәрәк.
– Хәҙер инде тарихта ҡалған был матч тураһында йәнә нимә әйтерһегеҙ?
– Был матч бик ҡатмарлы булды, сөнки унда спорт ҡына түгел, сәйәси аспект та бар ине. Уйын көсөргәнешле барҙы, бер кем дә еңелергә теләмәне... Һәр раунд бара, ә минең йәһәттән һаман артта ҡалыу һаҡлана. Финиш яҡынлаша, ә иҫәп үҙгәрмәй. Һуңынан Наталья тамам еңеүсе “роле”нә инде, ахыры, иғтибарлыҡты юғалтты, йомшаҡлыҡ күрһәтте...
– Әле ҙур иғтибар бүленгән ошо еңеү республикалағы, тотош Рәсәйҙәге шашка үҫешенә этәргес булырмы икән?
– Эйелер, тим. Шашка, шул уҡ шахмат – ул математика моделе. Шашка шахмат кеүек файҙалы. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә – тәүгеһен, бәғзеләрендә икенсеһен уйнайҙар. Икеһе лә күптәрҙә ғаилә йолаһына әйләнгән, шуға уның икеһенең дә үҫешенә булышлыҡ итергә кәрәк.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира АЙЫТҠОЛОВА: – Беҙ Тамара Михайловна менән ғорурланабыҙ, сөнки ул башҡорт халҡын донъя кимәленә күтәрә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы булараҡ, беҙгә шундай ҙур өлгө булып тора ул. Әле үҫеп килгән йәштәр өсөн был мөһим.
Тамара Танһыҡҡужина был матчта тотош ил өсөн майҙан тотто. Ошондай ҡатмарлы осорҙа, башҡорт халҡы түҙемле булған кеүек, ул да сабыр итеп, барлыҡ ауырлыҡтарҙы күтәреп, еңеп сыҡты.
Гөлназ ӘХМӘҘИЕВА, Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры:
– Заманында Ишембай ҡалаһындағы 2-се башҡорт гимназия-интернатының директоры булып эшләгәйнем. Тамара Танһыҡҡужина беҙҙә 1994 йылдан алып белем алды. Уны билдәле тренер Юрий Черток турнирҙан һуң белем усағына килтергәйне. Ул ваҡытта Тамара Яр Саллы ҡалаһында йәшәй ине.
Спортсының әсәһе – Күгәрсен районынан, унда өләсәһе менән олатаһы йәшәй ине. Мәктәптә Тамараның шашка менән ныҡлап уйнауы өсөн яҡшы шарттар булдырҙыҡ. Хәҙер әйтелеүенсә, мәғарифтың индивидуаль маршрутын булдырҙыҡ. Ҡыҙ чемпион булһын өсөн айырым бүлмә лә барлыҡҡа килгәйне.
Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында ла үҙебеҙҙең “йондоҙсоҡ”тар, чемпиондар бар. Шулай итеп, Тамараның эше дауам итә.