Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн таң менән Сибай - Аҡъяр автомобиль юлының 80-се саҡрымында теркәлә: "Hafey" сит ил автомобиле менән "ГАЗель Некст" бәрелешә. Һөҙөмтәлә тәүгеһе юлдан ситкә оса, ә йөк машинаһы ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. Сит ил автомобиленә идара иткән 22 йәшлек егет һәләкәт урынында йән бирә. "ГАЗель Некст"тың 31 йәшлек водителе - Ырымбур өлкәһенән. Әлеге ваҡытта авария сәбәптәре асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, 11-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Шулай уҡ ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан бөтәһе 2800 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 42 водителдең эскән килеш рулгә ултырғаны асыҡланған.