Яңылыҡтар
6 Мая 2021, 14:21

“Ҡомартҡы”ға рәхим итегеҙ!

19–21 майҙа Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт - сайтта

Добавить в предпочтительные источники Google
19–21 майҙа Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының “Ҡомартҡы” республика йәштәр этник мәҙәниәт форумы уҙғарыла.

Форумдың эше шәжәрә йолаларын һәм халыҡ ижады жанрҙарын, шул иҫәптән халыҡ һәм йола уйындарын, биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, һөнәрҙәрҙе танытыуға һәм һаҡлауға йүнәлтелә. Сара барышында ғаиләләр өсөн “Быуын сылбыры” видеоконкурсы, халыҡ ижады жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, “Урал аръяғы башҡорттары” фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарыла. Шулай уҡ “Ҡырҡтытау ҡомарт­ҡылары” биҙәү-ҡулланма сәнғәте күргәҙмәһе ойошторола.

Форумдың маҡсаты “Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләте берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА