Яңылыҡтар
6 Мая 2021, 08:05

Күктә лә, ерҙә лә ҡояш балҡыны

Мәмбәт ауылы күп функциялы клубы хеҙмәткәрҙәре моделле китапхана менән берлектә балалар өсөн “Һаумы, ҡояшҡай!” тип аталған күңелле сара ойошторҙо //

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәмбәт ауыл клубы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре асфальтта һүрәт төшөрөү буйынса конкурс үткәргән.
Балалар асфальтта ҡояш һүрәтен төшөрөп кенә ҡалмай, хәрәкәтле уйындар уйнап, йыр һәм шиғыр һөйләү буйынса маһирлыҡтарын күрһәтте. Бәләкәстәр ҡағыҙҙан ҡырҡып, ҡояшҡай эшләү буйынса оҫталыҡ класында ла ҡатнашты.
Сара күңелле үтеп, балаларға бик оҡшаны.