Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
Яңылыҡтар
6 Май 2021, 05:39
Үкһеҙ етем ҡалған
Баш ҡалала йәшәгән 43 йәшлек ханым өләсәһен ауылға алып ҡайтып барған.
1 май көнө Өфө ҡалаһынан йыраҡ түгел, Новоалександровка ауылы янында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә был ваҡиғаның нескәлектәре билдәһеҙ, әммә унда ике ҡатындың ғүмере өҙөлгәнен хәбәр итә “Комсомольская правда” порталы.
Аварияға осраған “Kia Cerato” автомобилендә баш ҡалала йәшәгән 43 йәшлек ханым һәм уның өләсәһе һәләк булған. Ҡатындың оло кешене ауылға алып ҡайтып барғаны билдәле.
Ғүмере аяныслы өҙөлгән Евгенияның әхирәте Ольга әйтеүенсә, йәш ҡатындың 19 йәшлек ҡыҙы етем ҡалған. Ул - колледж студенты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был баланың һәләк булған яҡындарынан башҡа бер кеме лә юҡ.
Ольга иһә әхирәтен һәм уның өләсәһен ерләүҙе ойоштороуҙы үҙ өҫтөнә алған, аҡса йыйыу ойошторған. Әйтеүесә, был бер көндә яҡындарҙың тороп ҡалған 19 йәшлек ҡыҙға ла ярҙам буласаҡ.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/k-e-etem-al-an-784024/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"