Яңылыҡтар
6 Мая 2021, 05:46

Эсергә аҡса бирмәгән өсөн...

Атай кеше балалары йәшәгән йортҡа ут төртә. Һөҙөмтәлә...

Өфө районының Королев ауылында янғын сыға. Күрше өйҙәге утты күреп ҡалғандар йәһәт килеп етеп, һүндереүгә өлгәшә. Бында балалы ғаилә йәшәгән була. Янғын һөҙөмтәһендә өс кешенең тән бешә һәм башҡа йәрәхәт алалар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала бының кеүек хәлдәр көн дә булып тора: даими рәүештә төрлө сәбәп буйынса янғын сыға. Әммә әлеге осраҡ ҡанһыҙлығы менән ғәжәпләндерә. Урынды тикшергән белгестәр янғындың кеше ут төртөүе сәбәпле сығыуын асыҡлай.
Аҙаҡ шул билдәле була: утты 32 йәшлек ир төрткән. Был өйҙә уның ғаиләһе һәм балалары йәшәгән. Баҡһаң, ҡәйнәһе уға эсер өсөн аҡса биреүҙән баш тартҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.
"Уға эсер өсөн аҡса бирмәгәндәр. Шуға күрә тәүҙә ғауға ҡуптарған. Тик теләгәнен ала алмағас, үсегеп сығып китеп, бензин килтергән. Яғыулыҡты бүлмәгә һибеп, ут төрткән. Бынан һуң шунда уҡ машинаға ултырып ҡасҡан", – тиҙәр полицияның матбуғат хеҙмәтендә.
Әле ир ҡулға алынған, эш тикшерелә.
Фото: newinform.com
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас