Эйе, һәр ауылда тыуған яҡтың ҡотон, йәмен һаҡлаған уңғандар бар. Рафиҡ ауылында активистар Ғәрифә Мөхәмәҙиева, Дилә Сирбаева, Гөлназ Фазлыева, Гөлгөнә Вәлиевалар йыл да үҙ инициативалары менән ауылды төҙөкләндереү буйынса экологик өмәләр ойошторалар. Аҡлай һәм буяй торған урындарҙы аҡлап-буяп, сүп-сарҙы йыйыштыралар. Хатта ауылдың йәмен бөтөрөп, буш торған йорттар алдарын да тәртипкә килтерәләр.