Бөгөн халыҡ дауаһына, тәбиғәт шифаларына иғтибар арта бара. Ҡарағай һеркәһенең файҙаһы тураһында урманлы төбәктәрҙә йәшәгәндәрҙең ишеткәне, бәлки, ҡулланғаны ла барҙыр. Уның составының ни ҡәҙәр бай, файҙалы булыуын интернет сайттарҙан һәр кем табып уҡый ала. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға Аҫылбикә Мәжитованың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ.
“Ҡарағайҙың сәскә атҡанын күргәнегеҙ бармы? Мин нисә көн инде ҡарауыллайым, ошо мәлде үткәреп ебәрмәйем, тип. Бына ҡулымда - әле етлегеп етмәгән ҡарағай бөрөһө. Элегерәк бер нәмәнән дә ҡурҡмай урман-ҡырҙа йөрөй ҙә ята инем. Хәҙер, бер яҡтан, нишләптер, йән ҡәҙерле булып китте, икенсе яҡтан, айыуҙан ҡурҡып ятып, ҡарағай һеркәһенән мәхрум ҡалып ҡуймайым, тим.
Сәскә һеркәһен беҙгә йыяһы түгел, уны бал ҡорттары йыйып бирә. Был турала Ҡөрьәндең “Әл-нәхл” сүрәһенең 69-сы аятында ла әйтелгән. Ә ҡарағай һеркәһен, бал ҡорттары кеүек йөрөп, үҙебеҙгә йыйырға кәрәк. Нимәгә тиһегеҙме? Сәскә һеркәһе бөжәктәр ярҙамында бер-береһе менән буталып бөтә, ә ҡарағай һеркәһе таҙа килеш кенә була. Уға бөжәктәр ҡунмай. Был да - Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе, ниғмәте.
Ҡарағай һеркәһе - тап шул төрлө һеркәгә аллергия менән яфаланған кешеләргә дауа. Хатта имсәк балаларға, ауырлы, сабый имеҙгән ҡатындарға ла зыяны юҡ, ти белгестәр.
Ҡарағай һеркәһе иммунитетты яҡшырта, төрлө вирустарға ҡаршы торорға, ауырып хәлһеҙләнгәндәргә тиҙерәк һауығырға (бигерәк тә балаларға) булышлыҡ итә. Антиоксидант булараҡ, операция, химия терапияһы үткәргән ауырыуҙарға хәлен тиҙерәк тергеҙергә ярҙам итә. Күп төрлө витаминдары төрлө тире ауырыуҙарынан файҙалы, аминокислоталары ҡан тамырҙарына, ҡан йөрөшөнә ыңғай тәьҫир итә. Шулай уҡ ул төрлө минералдарға ла бай. Тәбиғи антибиотик булараҡ, үпкә сирҙәренән дауалай. Үҙем ауырығандан һуң ҡарағай урманында йөрөп, тын алыу еңелләшкәнен тойғаным бар.
Ер йөҙөндә ҡарағай һеркәһен ҙур күләмдә етештереүселәр - әлеге лә баяғы ҡытайҙар. Ҡарағай сәскә атыу менән 40 миллионлап кешеһен ҡарағай һеркәһен йыйырға сығара икән улар. Бәлки шуғалыр ҙа, дарыуханаларында төрлө химия һатылмай. Ә беҙ, нишләптер, үҙебеҙҙә ҡул аҫтындағы хазинаны ҡулланмай, сит ил “панацеялары”на ҡыҙығабыҙ, ҡиммәт хаҡҡа һатып алабыҙ. Әле бына ниндәйҙер бальзамдарға “мода” китте. Уларҙа ла бит - шул уҡ үләндәр. Теләһә нимәгә ҡыҙыҡмай, үҙебеҙҙең ерҙә үҫкән шифалы үҫемлектәрҙе йыйып ҡулланырға өйрәнһәк, ҡалай яҡшы булыр ине.
Шулай итеп, беҙгә ике-өс көн генә бирелә ҡарағай һеркәһен йыйып ҡалырға. Һеркәһен борхолдатып ҡоя башлаһа, һуң була. Былтыр 13 май йыйған ҡарағай сәскәһен һыҡһаң, һуты сыға ине, тимәк, иртәрәк булған. Ә өлгөргән сәскәне иҙгәндә, ҡулда ҡоро һеркә генә ҡала. Машина йөрөгән оло юлдан алыҫта йыйырға кәрәк икәнен әйтмәһәм дә, беләһегеҙҙер. Бер күнәк йыйыр өсөн урман буйлап һигеҙ сәғәт тирәһе йөрөргә кәрәк. Бер күнәктән 300-400 грамм самаһы һеркә сыға. Бына ошонда аңлайбыҙ инде бал ҡорттарының хеҙмәтен. Йыйып йөрөгәндә берәй ҡумтаға бушатып барыу яҡшы булыр, сөнки баҫылып ятҡан сәскә ике сәғәт эсендә яна башлай. Алып ҡайтҡас та дөрөҫ киптереү мөhим. Банкала ҡоро һеркәне һаҡлағанда бик һаҡ булыр кәрәк, яныуы бар. Уны спирт менән бутап һаҡлаусылар ҙа бар. Ҡоро һеркәне ҡабып, артынан һыу эсеп тә дауаланалар. Кемдер ҡайнар һыуҙа төнәтеп эсә, миңә был ысул оҡшамай. Минеңсә, иң отошлоһо – бал менән бутап ҡуйыу. Унан көнөнә өс-дүрт тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарға була. Балды 1×10 нисбәтендә ҡушырға. Йәғни, 40 грамм һеркәгә 400 грамм бал кәрәк була. Ун көн буйы болғай тотҡас, шифалы ҡатнашма әҙер була. Был ун көн эсендә әсеү (брожение) ваҡытында һеркәнең тышы эрей. Ә ҡытайҙар был һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн нанотехнология ысулын ҡуллана, имеш.
Үҙебеҙҙең ҡул аҫтындағы дауа үләндәрҙе йыйып, шифаһын күрергә өйрәнәйек!"
Мәҡәлә таныштырыу маҡсатында яҙылды. Халыҡ дауаһы менән ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!
Сығанаҡ һәм фото: moradim.rbsmi.ru