Яңылыҡтар
5 Май 2021, 14:49

Элекке ҡатынын йыртҡыстарса үлтергән

Ҡулға алынған ир барлыҡ ғәйебен таныған, әммә ни өсөн ҡатындың өҫтөнә ҡурсаҡ һалыуын аңлата алмаған

Тормошта ниндәй генә хәлдәр осрамай: бергә йәшәй алмай айырылышып та, аҙаҡ кире ҡауышҡандар ҙа юҡ түгел. Ә бына осрашып, табын артында араҡы эсеп, төрлө хәтирәләргә бирелеп киткән парҙарҙың ахыры күп осраҡта күңелһеҙ тамамлана.
Ағымдағы йылдың апрель айында Учалы ҡалаһында йәшәгән 61 йәшлек ҡатын үҙенең фатирында үле килеш табыла. Уны йыртҡыстарса үлтереп, кәүҙәһе өҫтөнә балалар ҡурсағы, бысаҡ һалынған һәм өйҙәге үҫентеләрҙең япраҡтары һибелеп сыҡҡан була.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға буйынса енәйәт эше аса һәм ғәйепләнеүсене эҙләргә тотона. Тикшереү-оператив төркөм хеҙмәткәрҙәре төрлө экспертизалар үткәреп, вафат булған ҡатындың туғандары һәм яҡындарынан һорау алғандан һуң, уны элекке иренең үлтереү ихтималлығын белә. Сөнки ул элекке ҡатынын күрергә теләгән, ә уның үлеменән һуң үҙе йәшәгән ерҙә бөтөнләй күренмәгән һәм бәйләнешкә сыҡмаған. Уны Учалыға яҡын ташландыҡ баҡса йорттарының береһендә ҡулға алғандар.
Асыҡланыуынса, ул көндө кисен ғәйепләнеүсе иҫерек килеш элекке ҡатынына ҡунаҡҡа килгән һәм йоҡларға ҡалған. Икенсе көнө иртән йорт хужабикәһе уның сығып китеүен һораған, шуның арҡаһында улар араһында бәхәс сыҡҡан. Ир элекке ҡатынының муйынына, башына, арҡаһына бер нисә тапҡыр ҡайсы менән сәнсә, аҙаҡ быуа. Артабан бер ни булмағандай фатирҙан аҙыҡ-түлек ала һәм ике аҙна урманда ҡасып йөрөй. Ҡатындың мәйетен күршеһе табып ала, ул хәл белергә ингән була.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡулға алынған ир барлыҡ ғәйебен таныған, әммә ни өсөн мәйеттең өҫтөнә ҡурсаҡ, бысаҡ һалыуын һәм япраҡтар һибеүен аңлата алмаған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
Фото: dnepr24.com.ua
Автор: Карима Усманова
Читайте нас