Яңылыҡтар
5 Май 2021, 10:00

Үҙегеҙ һайлағыҙ!

30 майға тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн Хәйбулла районы йәмәғәт биләмәләре өсөн тауыш бирегеҙ!

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк проектына ярашлы һәр кем йәшәгән еренең яңыса, заманса төҙөкләндерелеүенә хоҡуҡлы. Бының өсөн 2021 йылдың 26 апреленән 30 майына тиклем https://2.gorodsreda.ru/ платформаһында 2022 йылда төҙөкләндереү өсөн йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү уҙғарыла.
Башҡортостан халҡы ла ҡала һәм район скверҙары, майҙандар, биҫтәләрҙең киләсәктә нисек булырын үҙҙәре хәл итә ала. Шуға күрә тәҡдим ителгән биләмәләрҙең береһе йәки һайлап алынғанының дизайн проекты өсөн тауыш бирегеҙ. Иң күп тауыш йыйған объекттар киләһе йылда төҙөкләндереләсәктәренең исемлегенә инәсәк. Яңыртылған биләмәләрҙә теләк буйынса балалар уйын, спорт майҙансыҡтары, йәйәүлеләр һәм велосипед юлдары, ял зоналары барлыҡҡа киләсәк.
Тауыш биреү биш аҙна буйы, 26 апрелдән 30 майға тиклем барасаҡ. Унда 14 йәштән өлкәнерәк Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Ғәмәлде Дәүләт хеҙмәттәре порталы йә телефон аша башҡарырға мөмкин.
Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы был сара буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән бушлай “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырҙы: 8-800-600-20-13.
Фото pravitelstvorb.ru
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас